Ул беҙҙең тәбиғи ҡомартҡы. Ул беҙҙең ғорурлыҡ. Был хаҡта республик башлығы халыҡ менән тура эфирҙа һөйләшеү ваҡытында белдерҙе. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, был тәбиғи ҡомартҡы халыҡ байлығы. Шуға ла Республика бер ваҡытта ла законды боҙмаясаҡ. Тура эфир телефонына республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларынан 10 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән. Һорауҙар һәр йылдағыса, йәшәйештең төрлө өлкәләренә ҡағыла. Рөстәм Хәмитов тәүҙә республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә байҡау яһаны. Быйыл йыйылған һалымдар күләменә ҡарап халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға ныҡлы өмөттәр бағлана. Беренсе һорау һуңғы көндәрҙәге ғәҙәттән тыш хәл — Стәрлетамаҡтағы мәктәптә булған фажиғә тураһында. Рөстәм Зәки улы фекеренсә, балаларҙы тәрбиәләүҙә яңы алымдар кәрәк. Был эштә ғаилә менән мәктәптең берҙәмлеге мөһим. Уҡытыусыны ҡағыҙ мәшәҡәттәренән бушатып, бала менән аралашыу ваҡытын оҙайтырға кәрәк, тине республика башлығы.
Рөстәм Хәмитовҡа тәүге видео һорау Ишембай ҡалаһынан яңғыраны. Ул һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағыла.Һорауҙар ҡабул итеү үҙәгендә бер аҙна эсендә 8 меңгә яҡын мөрәжәғәт теркәлгән. Улар араһында һәр йылдағыса һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлылары етерлек. Быйыл иһә күп кеше льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеүҙәге өҙөклөктәргә зарлана. Республика башлығы хәл йәйгә яйға һалынасаҡ, тип ышандырҙы. Ә бына Башҡортостандың йөҙөк ҡашы, Донъя тәбиғәт ҡомартҡылары тип танылған Шихандар яҙмышы Санкт-Петербургта йәшәгән милләттәштәрҙе лә борсой. Рөстәм Хәмитов өлөшсөләр мәсьәләһен бик етди тип баһаланы. Республикала төҙөлөшкә булышлыҡ итеү буйынса төбәк операторы булдырыласаҡ. Әле төҙөлөп бөтмәгән 77 йорттоң быйыл 32-һен сафҡа индереү ҡарала. Артабан өлөшләтә төҙөлөш күләме илдә ҡыҫҡартыла башлаясаҡ. Рөстәм Зәки улы был мәсьәләгә үҙ ҡарашын белдерҙе.Төбәк башлығы менән һөйләшеүгә быйыл тәүге тапҡыр республиканан ситтә йәшәгәндәр ҡушылды. Мәскәүҙән бәйләнешкә сыҡҡан Башҡортостан йәштәре Өфөгә эшкә ҡайтыу теләген белдерҙе. Ә Мәскәү башҡорттарының “Аҡ тирмә” үҙәге ярҙам һораны.
Күмертау ҡалаһында йәшәгән Денис Рөстәм Хәмитовтан һеҙ ҡасан пенсияға китәһегеҙ, тип һораны. Ул яуап алыуға шикләнеп һорауын ватсап месседжерға яҙып ебәргән.Сәйәсәт белгестәрен республика парламентына депутаттар һайлауға ҡағылышлы һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Рөстәм Хәмитов яңыртылған Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бәхәстәр аша аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеү урынына әйләнер, тигән ышаныс белдерҙе.Нефтекама ҡалаһынан шылтыратҡан Татьяна Черепанова мәктәптәрҙә балалар әле һаман ике сменала уҡырға мәжбүр, ҡалала уҡыу йорттары етешмәй тине.Республика башлығы указы менән төбәктә йәш ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған 300 мең һумлыҡ социаль пособие билдәләнгәйне. Әммә сабыйҙарын Башҡортостандан ситтә тыуҙырған ғаиләләргә уны түләүҙә айырым ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килгән.
Ғафури районынан һорау биргән Эльмир Сәғитов заман технологиялары менән етди ҡыҙыҡһыныуы әммә бының өсөн ул уҡыған Еҙем-Ҡаран мәктәбендә тейешле шарттар юҡлығын белдерҙе.Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районынан тура бәйләнешкә сыҡҡан милләттәштәребеҙ башҡорт телен һаҡлау мәсьәләһен күтәрҙе. Ә билбау көрәшендә Донъя чемпионы Динә Ғиззәтуллина милли көрәш буйынса Башҡортостандан Силәбе өлкәһенә белгестәр юллауҙа ярҙам һораны.Ауыл хужалығына ҡағылышлы һорауға яуап биреп Рөстәм Хәмитов тармаҡта тауар етештереүҙә баланс талап ителә, тип белдерҙе. Рекордлы уңыш йыйып алыу бер ҡаҙаныш булһа, уны һатыу йәиһә эшкәртеү мөмкинлектәрен дә табыу мөһим. Һорау-мөрәжәғәттәрҙең һаны республика халҡының төбәк яҙмышына битараф булмауын раҫлай, тине Рөстәм Зәки улы. Башҡортостан илһәм донъя күләмендә үҙ йөҙөн таныта. Шихандар, башҡорт балы, хозур тәбиғәткә өҫтәп Өфө сит ил йәштәре өсөн төплө белем биреү үҙәге булараҡ та билдәле.
Нефть-техник университетында юғары белем алған Африка студенттары хәҙер башҡорт телен өйрәнә, йырҙар яҙҙыра. Һәм Башҡортостанға Африка бейеүҙәрен танытырға теләй.Республика башлығы һәйләшеүҙең ихлас һәм һөҙөмтәле булыуын билдәләне. Осрашыуҙан халыҡ та ҡәнәғәт ҡалды.Һорауҙарын тура тапшыра алмағандар ҙа кәйефтәре ҡырылып ҡайтманы. Эфир ваҡыты бары 30-ҙан ашыу һорауға яуап бирергә етте.Рөстәм Зәки улы эфир ваҡыты тамамланғас та осрашыуға килгән кешеләр менән күҙгә-күҙ аралашыу сараһын тапты. Ике сәғәт 26 минут эсендә яңғырап өлгөрмәгән һорауҙар иһә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Рөстәм Зәки улы яуаплы министрлыҡ-ведомстволарға уларҙың һәммәһен иҫәпкә алырға һәм тейешле ҡарарҙар сығарырға күрһәтмә бирҙе.