Башҡортостан туристик ҡеүәтен аса

Тулыраҡ: Башҡортостан туристик ҡеүәтен аса

Төбәктә этногастрономик турҙар ҙур һорау менән ҡуллана башлаған. Бындай экскурсиялар яңы ғына үткәрелә башланыуына ҡарамаҫтан, теләүселәрҙең һаны көндән-көн арта. Рәсәйҙән генә түгел, хатта сит илдәрҙән дә киләләр. Милли ризыҡтар менән һыйланыу, боронғо йолалар менән танышыу, кеше ҡулы теймәгән тәбиғәт ҡосағында ял итеү, һыбай йөрөү, уҡтан атыу һәм башҡалар - ҡунаҡтар өсөн ошондай ҙур программа әҙерләнгән. Бында ҡунаҡтарҙы боронғо йолалары буйынса ҡаршы алалар. Өс көн буйына улар башҡорттарҙың мәҙәниәте, көнкүреше менән таныша. Өҫтәлдә лә тик милли ризыҡтар. Урындағы халыҡ өсөн ғәҙәти ашамлыҡ, туристар өсөн деликатес.Төпкөлдәге башҡорт ауылына этногастрономик турҙар бер-нисә ай элек кенә үткәрелә башлаған. Әммә тиҙ арала киң билдәлелек ала.

Милли колорит менән танышырға Рәсәй төбәктәренән генә түгел, сит илдәрҙән дә киләләләр.Милли музыка ҡоралдарындағы сығыштарҙы алҡышлап ҡаршылайҙар. Өҫтәүенә, инструменттарҙы туристарҙың күҙ алдында эшләп күрһәтәләр. Шулай уҡ, программала экскурсиялар, милли кейемдә һыбай йөрөү, уҡтан атыу ҙа бар.

Бындағы тәбиғәттең матурлығын дәллиләп, урындағы халыҡ уны бер нимәгә лә алыштырмайбыҙ, ти.Танатар Ҡаһармановҡа 23 кенә йәш. Бындағы тәбиғәткә бер күреүҙән ғашиҡ булдым, ти ул. Кәшәле ауылының берҙән-бер йәшәүсеһе урман һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы булып эшләй. Күрше ауылдың 20 километрҙан ашыу алыҫлыҡта урынлашыуы ла егетте туҡтатмаған.Йорт мейес кенә түгел, заманса ҡорамалдар менән дә йыһазландырылған. Ҡояштан электр энергияһын алыусы панелдәр, телефон, интернет, цифрлы телевидение – тормош көтөү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Тик хужабикә генә етмәй, ти шаяртып, Танатар эшләгән милли парк хакимиәте.Танатар кеүек милли парктың башҡа хеҙмәткәрҙәре лә бындағы матурлыҡты, тәбиғәтте, саф һауаны ҡалаға алыштырмайбыҙ, тиҙәр. Ҡала халҡы юҡҡа ғына төпкөл ауылдарға юлланмай шул.

Яҙ етеп, көндәр йылытыу менән бында туристарҙың һаны тағы йөҙ тапҡырҙарға артыуы күҙаллана. Уларҙың барыһын да ҡабатланмаҫ тәбиғәт һәм башҡа бер ерҙә лә осрата алмаҫлыҡ милли колорит, ҡунаҡсыл халыҡ йәлеп итә. Бында хатта айыу ҙа ҡунаҡтарҙы йылмайып ҡаршы ала бит.