Мөмкинлеге сикләнгәндәрҙең сикһеҙ мөмкинлектәре

Тулыраҡ: Мөмкинлеге сикләнгәндәрҙең сикһеҙ мөмкинлектәре

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 16 йәшлек инвалид интернет аша кешеләрҙе компьютерҙа эшләргә өйрәтә. Үҫмер шулай уҡ һүҙ оҫталығын шымарта һәм композитор булырға хыяллана. Виртуаль уйындары, социаль селтәрҙәр урынына белем алыу һәм аҡса эшләү. Павел Пуликов өсөн компьютер ваҡытты бушҡа уҙғарыу ҡоралы түгел. 12 йәшендә ул интернет ярҙамында уҡытыусы дәрәжәһенә етә. Церебраль фалиж менән интеккән малайға бөгөн донъяның төрлө тарафтарынан мөрәжәғәт итәләр. Наталья Малавичева мәҫәлән Мурманскийҙан. 18 йәше тулмағанлыҡтан эш биреүсе уны айына 8 сәғәткә генә яллай ала, ҡалған ваҡытын үҫмер мәктәптә һәм Президент лицейында дистанцион уҡыуға бағышлай. Һуңғыһында ул радио һәм тележурналистиканы үҙләштерә. Мөмкинлектәре сикләнгән тигән ҡараш менән Павел бер ҙә килешмәй. Быны ул һүҙҙә түгел эш менән дәлилләй. Мәҫәлән эш өсөн кәрәкле техника, телефон, хатта күңеленә ятған музыка ҡоралын ул үҙ аҡсаһына һатып алған. Әле мөмкинлектән файҙаланып коллегамдан оҫталыҡ дәресе ала.

Әлегә музыка ҡоралында уйнау ауыр бирелә, сөнки уның тап хәрәкәт аппаратын фалиж һуҡҡан, әммә киләсәктә композитор булыу хыялы менән янып йәшәй. Бөтмөр, тырыш егеттең кеше араһына сығып, үҙе кеүек балаларҙы уҡытыу теләге лә бар. Урындағы инвалидтар ойошмаһында уның ярҙамын ихлас ҡабул иткәндәр, тик бының өсөн шарттар юҡ.Илнур Атанғолов Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмаһының Баймаҡ ҡалаһындағы бүлеге белгесе.Район хакимиәте яңы бина вәғәҙәләгән, тик уның өсөн ҡуртым хаҡы түләүҙе шарт итеп ҡуйған. Ойошманың финанс мөмкинлектәре, әлбиттә, юҡ, шуға ла һәр баланың яҙмышы ата-әсә ҡулында ғына ҡала, ти Павел Пуликовтың әсәһе.Павел иһә оло тормошҡа әҙер. Физик мөмкинлектәре сикле булһа ла ул аҡыл яғынан күп тиҫтерҙәренә өлгө. Ә аҡса эшләргә уның ҡулынан килә.