Корвалол һәм валокордин: эсергәме, юҡмы?

Тулыраҡ: Корвалол һәм валокордин: эсергәме, юҡмы?

Өфөлә йәшәүсе Рәмил Ағафаров йөрәк дарыуы эсеп водитель таныҡлығынан мәхрүм ителде. Ул ике тапҡыр юл-транспорт ваҡиғаһына эләгә һәм ентекле тикшереү үткәс, бәүелендә фенобарбитал булыуы асыҡлана. Билдәле булыуынса, барбитал көслө наркотик булып иҫәпләнә. Хәҙер водитель хеҙмәт урынын юғалтып судлашырға мәжбүр. Көҙөн Рәмил Ағафаров Ниваһы менән алда барған автомобилгә бәрелә. Һуңынан уларға арттан тағы ла ике машина төкөлә һәм ике кеше йәрәхәт ала. Был ваҡиғанан һуң, ике тапҡыр инфаркт үткәргән Рәмил Ағафаров валосердин эсә һәм рүлгә хеҙмәттәшен ултыртып ҡайтып китә. Әммә, суд был факттарҙы иҫәпкә алмай һәм водитель таныҡлығынан мәхрүм итә. Әйткәндәй, дарыуҙы табип рецепты буйынса ҡабул итә. Хәҙер эшһеҙ ҡалған Рәмил Ағафаров судлашырға мәжбүр. Ул үҙен закон боҙоусы ти иҫәпләмәй. Тик, тәртип – тәртип булып ҡала. Бындай тоҙаҡҡа эләкмәҫ өсөн табиптар иң беренсе дарыуҙарҙың күрһәтмәләрен уҡырға тәҡдим итә. Составында наркотик булған препаратты эскән осраҡта бер-нисә көн рүлгә ултырырға ярамай. Юристар әйтеүенсә, корвалол, валокордин кеүек дарыуҙарҙы эсеп һәр егерменсе кеше водитель таныҡлығынан мәхрүм ителә. Әйткәндәй, уларҙың күбеһе препараттарҙы табиптар ҡушыуы буйынса ҡабул иткән. Алкоголле эсемлектәргә килгәндә, барыһына ла билдәле, эскән килеш руль артына ултырырға ярамай. Әммә, ҡайһы ҡайһы берҙәрен эсергә һәм күпмелер ваҡыттан һуң ҡурҡмайынса автомобиль менән идара итергә мөмкин. Юлға сығыр алдынан бер стакан ҡымыҙ эсергә мөмкин. Ә икенсе стакандан һуң водитель таныҡлығынан ҡолаҡ ҡағыуың ихтимал. 20 минуттан һуң беҙ йәнә өйрөп ҡараныҡ һәм тында алкоголдең булмауына инандыҡ. Квас менән дә шундай хәл ҡабатланды. Ә бына кефирҙа бөтөнләй спирт булыуын алкотестер күрһәтмәне. Шулай ҙа, инспекторҙар юлға сығыр алдынан ҡымыҙ, квас кеүек эсемлектәрҙе бөтөнләй ҡулланмаҫҡа тәҡдим итә. Руль артына ултырғандарҙы тағы ла бер хәүеф-хәтәр көтә. Сит илдәрҙән килтерелгән хуш еҫле майшәмдәрҙә, автомобиль салоны өсөн тәғәйенләнгән тәмләткестәрҙә, шулай уҡ, электрон тәмәке өсөн сығарылған шыйыҡсаларҙа психотроп матдәләр булыуы мөмкин. Алкоголле эсемлек градусына һәм кешенең сәләмәтлегенә ҡарап бер-нисә сәғәттән һуң организмдан сығып бөтә. Ә наркотик тәүлектәр буйына һаҡлана. 2017-се йылда 421 иҫерек водитель аварияға эләккән, уларҙа 114 кеше һәләк булған, 500-ҙән ашыуы йәрәхәтләнгән. Быйыл эскән водителдәр ҡатнашлығында 30-ҙан ашыу авария теркәлгән. Уларҙа 2 кеше үлгән, 50-гә яҡыны дауаханаға оҙатылған. 2017-се йылда 28 мең водитель руль артында эскән килеш тотолған. Быйыл 4 айҙа 5 меңгә яҡын иҫерек водитель асыҡланған. Спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан кешеләрҙе асыҡлауы еңел булһа, наркоман-водителдәрҙе билдәләүе ауыр. Шуның өсөн 2016-сы йылдан һуң аварияға эләккән бөтә водителдәрҙең бәүелен анализға алалар. Йөрәк сиренән яфаланғандарҙы яҡлау өсөн депутаттар составында алкоголь һәм наркотик матдәләр булған дарыуҙар исемлеген тәҡдим иткәйне. Закон проекты яҡлау тапманы. Шуға күрә корвалол, валокордин кеүек дарыуҙарҙы эскән водителдәр закон буйынса наркомандар рәтенә индерелә. Эскән килеш, наркотик ҡулланып йә составында барбитал булған дарыу эсеп тотолған водителдәрҙе бер үк яза көтә. Беренсе осраҡта 30 мең һум штраф һәм йыл ярымға водитель таныҡлығынан мәхрүм итеү янай.