Өфөнөң 160-сы лицейында 890 уҡыусы белем ала. Һаҡсылар көн дауамында эскә ингән һәр кешене етди тикшерә. Мәктәп белем усағынан тыш, именлек биләмәһе икәнен онотмай улар. Һәр уҡыу йортонда һаҡсыларҙан тыш, металл эҙләү ҡорамалдары һәм видеокамералар тора. Был иһә хәүефеҙлек осраҡтарын кәметергә мөмкинлек бирә.Әммә кеше ғүмере өсөн яуаплы булған ҡағиҙәләр үтәлһә лә, Стәрлетамаҡтағы 1-се мәктәп уҡыусыһының дәрес ваҡытында бысаҡ менән ташланыуы бөтә республиканы тетрәндерҙе. Аяныс хәл башҡа уҡыу биләмәләрендәге хәлде тикшерергә этәргес бирҙе.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Стәрлетамаҡта 9-сы коррекция класында уҡыусы дәрес ваҡытында уҡытыусыһына һәм бер ҡыҙға бысаҡ менән ташланғайны. Социаль селтәрҙә хәбәр ителеүенсә, үҫмер мәктәптә һөжүм ойошторорға туғыҙ ай әҙерләнгән. Бәйләнештә сайтында ул таныштарына мәктәптә йәберләүҙәре һәм ата-әсәһенең аңламауы тураһында яҙа. Интернет селтәрҙәрендә үҫмерҙәр өсөн суицид ҡылыуға йүнәлтелгән төрлө төркөмдәр һәм уларға яҙылған балалар һаны ла бихисап. Шаһиттар әйтеүенсә, мәктәпкә бысаҡ менән ташланған 17 йәшлек үҫмер ҙә тап ошондай төркөмдә ултырған. Әле иһә Стәрлетамаҡтағы белем биреү учреждениеһы штат режимында эшләй. Шулай уҡ башҡа уҡыусылар менән психологтар бригадаһы шөғөлләнә. Ә тән йәрәхәттәре менән ҡала дауаханаһына һалынғандарҙың хәле уртаса тип баһалана.Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты 17 йәшлек үҫмергә ике һәм унан да күберәк кешегә үлтереү менән янау тураһында енәйәт эше ҡуҙғатты. Тәфтишселәр табиптарҙың рөхсәте менән үҫмерҙән һорау ала. Стәрлетамаҡтағы кеүек аяныслы хәл килеп сыҡмаһын өсөн психологтар балаға тейешле иғтибар бүлергә һәм шик тыуҙырғанда, уның хәлен һорап, ваҡытында ярҙам күрһәтергә саҡыра.
Республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә именлек саралары көсәйтелде
Тулыраҡ: Республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә именлек саралары көсәйтелде