Республика башлығы менән тура һөйләшеү ваҡытында тәбиғи ҡомартҡылар-Шихандарҙың киләсәге тураһында ла һорау яңғыраны. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, шихандарҙан тәбиғи ҡомартҡы статусын алыу мөмкин түгел. Ул беҙҙең тәбиғи ҡомартҡы. Ул беҙҙең ғорурлыҡ. Шуға ла мин альтернатив сығанаҡтар эҙләргә саҡырам. Улар беҙҙең аяҡ аҫтында. Әгәр уның сифаты ҡәнәғәтлендермәй икән, технологияларҙы үҙгәртергә кәрәк. Тәбиғи ҡомартҡылар халыҡ байлығы. Республика бер ваҡытта ла законды боҙмаясаҡ. Ҡануниәт нигеҙендә, тәбиғи ҡомартҡылар бик етди һаҡлана. Мин айыҡ аҡыл өҫкә сығыр, тип уйлайым. Килем алам тип кенә кешеләргә, тәбиғәткә ҡаршы барып булмай. Быны барыһы ла аңларға тейеш, тине Рөстәм Хәмитов.
Шихандар беҙҙең ғорурлыҡ
Тулыраҡ: Шихандар беҙҙең ғорурлыҡ