Башҡортостанда экологик хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм уларға юл ҡуймау маҡсатында «Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайыҡ!» хәрәкәте башланды. Төбәктә йәшәгән һәр кем тәбиғәтте һаҡлау эшенә үҙ өлөшөн индерә һәм тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһына урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыу осраҡтары, браконьерлыҡ, тыйылған осорҙа һунар итеү, карьерҙарҙы законһыҙ эшкәртеү хаҡында хәбәр итә ала. Раҫланмаған һәм нигеҙһеҙ мөрәжәғәттәр ҡаралмай. Акцияла әүҙем ҡатнашыусыларға аҡсалата бүләктәр ҡаралған.
Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайыҡ
Тулыраҡ: Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайыҡ