Таптыҡ ауылы плантацияларында бәшмәк киҫеүгә төштөләр

Тулыраҡ: Таптыҡ ауылы плантацияларында бәшмәк киҫеүгә төштөләр

Төбәк ауыл хужалығы өсөн ят тармаҡтың уңышына ихтыяж ҙур. Бәшмәк ҡояштан ҡурҡа, ҡорола кибә, һыуыҡта үҫеүен туҡтата. Шуға ла был бүлмәләрҙә йылылыҡтың даими температураһы тотола. Бәшмәктәр ултыртҡанда 25-26, улар моронлағанда – 20, үҫеп еткәс 17 ярым градус.

Уңыш йыйғанда был талымлы культура кислород менән елләтеүҙе талап итә. Бынан тыш камераларҙа дымлылыҡтың кимәлен боҙорға, углекислый газ күләмен арттырырға ярамай. Һыу һибер урынды белергә, бәшмәктәрҙең өлгөргән мәлен ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Юғиһә, улар ҡулсатыр ҡиәфәтен алып һатыуға яраҡһыҙға әйләнә. Бәшмәкте йыйғанда ла мотлаҡ ҡағиҙәләр бар.Бәшмәктең нәзәкәтлеге туҡтауһыҙ хәстәрлекте талап итһә бәшмәкселектең йыһаздарына артыҡ матди сығымдар кәрәкмәй. Ҡоролма өлөштәрен фермер Интернеттан яҙҙырып алып үҙе йыйып ҡуйған. Үҫемселек менән бәләкәйҙән ҡыҙыҡһынған Денис агроном белемен алыу хыялын кисектереп эште ғәмәлдә башҡарырға тәүәккәлләй. Фекерҙәштәре менән бер нисә йыл йәшел тәмләткестәр үҫтергәндән һуң бәшмәкселек менән ҡыҙыҡһынып китә. Ете ай элек бар йыйылған аҡсаны туплап ғаилә бизнесына нигеҙ һалалар. Ташландыҡ ферманың бер өлөшөн ҡуртымға алып шампиньон ултырталар. Өс камера хәҙер алмашлап бер нисә тапҡыр уңыш бирә.

Эре матур был шампиньондарҙы Өфө ресторандары һатып ала. Магазиндарға сығарыр өсөн өс кенә камераның ҡеүәте етмәй, ти фермер. Ихтыяждың арта барыуы эш күләмен киңәйтеүҙе талап итә. Денис кредитҡа аҡса алып бәшмәк һанын күбәйтергә теләй һәм көтөлмәгән ҡаршылыҡҡа осрай. Фермер тип танылып грантҡа дәғүә итер өсөн мотлаҡ ауылда йәшәргә, субсидияға иҫәп тотор өсөн хужалыҡтың формаһын үҙгәртергә, үҫеш маҡсатында банктан кредит алыр өсөн бер йылдан ашыу эшмәкәрлек һөҙөмтәһен күрһәтергә кәрәк. Шарттарҙың береһе лә үтәлерлек түгел. Сергеевтар ғаиләһе республика башлығына мөрәжәғәт итә.

Рөстәм Зәки улы мәсьәләне хәл итергә вәғәҙә бирҙе. Әле ауыл хужалығы министрылығы менән һөйләшеүҙәр бара, ти Денис. Ыңғай ҡарар осрағында Сергеевтар фермаһы йылына 15 тонна бәшмәк етештереп тотош республиканы сифатлы ризыҡ менән тәьмин итер ине. Тәмле лә, туҡлыҡлы ла ризыҡты үҙебеҙҙең төбәктә күпләп етештереү бәшмәк яратҡандар өсөн генә мөһим түгел. Бәшмәкселек ауыл хужалығы тауарҙары исемлеген киңәйтеп импорт алмаштырыу программаһын үтәргә лә, яңы тармаҡҡа нигеҙ һалып республика йөҙөнә яңы һыҙат бирергә лә булышлыҡ итәсәк.