Патриотик проект бөтә ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа үтә. Ирекмәндәр йәмәғәт урындарында һәм урамдарҙа халыҡҡа георгий таҫмаларын тарата. Ул иҫтәлек символы булып тора һәм “Мин иҫләйем һәм ғорурланам”, тигәнде аңлата. Акция 2005 йылда башланды, ошо арауыҡ эсендә миллионлаған Георгий таҫмаһы таратылған. Сараға Башҡортостан халҡы ла йыл да бик теләп ҡушыла. Меңләгән кеше ошо таҫманы тағып, Еңеү көнөн ҡаршылай. Акцияла Рәсәй генә түгел, элекке союз илдәре һәм Европа ла ҡатнаша. Быйыл Өфөлә 20 меңдән ашыу георгий таҫмаһы таратыласаҡ. Акция Өфө майҙансыҡтарында 9 майға тиклем дауам итәсәк.
Бөгөн Рәсәйҙә “Георгий таҫмаһы” акцияһы башланды
Тулыраҡ: Бөгөн Рәсәйҙә “Георгий таҫмаһы” акцияһы башланды