Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Канаданың Торонто ҡалаһында микроавтобус халыҡ күп йөрөгән урамда йәйәүлеләрҙе тапатҡан. 10 кеше һәләк булған, 15 кеше йәрәхәтләнгән.
  • Әрмәнстан премьер-министры Серж Саргсяндың вазифаһынан китеүе Ереванда ҙур байрамға әйләнгән. Сәйәсмән отставкаға китеүе тураһында белдергәс меңләгән кеше урамдарға сыҡҡан.
  • Франция тимер юлсылары һәм Эйр Франс авиакомпанияһы хеҙмәткәрҙәре тағы ла эш ташлған. Киләһе көндәрҙә илдә транспорт хәрәкәте менән ҙур ҡатмарлыҡтар килеп тыуыуы ихтимал.
  • Амур өлкәһендә урман янғындарына бәйле ғәҙәттән тыш хәл индерелгән. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ауыл һәм ҡасабаларға ҡурҡыныс янамай. Янғындарҙы һүндереүҙә ике Бе-200 самолеты, Ми-8 вертолеты һәм меңләгән кеше ҡатнаша.