Күптән асарбаҡтар ояһына әйләнгән өйҙәрҙә йыш ҡына янғын сыға. Ярты быуаттан ашыу элек төҙөлгән һәм бөгөн авария хәлендә булған ағас йорттар ҡасан һүтелер? Өфөнөң тарихи үҙәгендә урынлашҡан ташландыҡ ағас йорттар күптән инде асарбаҡтар һәм эскеселәр ояһына әйләнгән. Емерек бүлмәләр наркомандарҙың да яратҡан урыны. Асарбаҡтар һаны был йорттарҙа көндән көн күбәйә бара, ти урындағы халыҡ. Көндөҙ улар ташландыҡ йорттарҙа тимер-томор йыйһа, ә төнөн спиртлы эсемлектәр менән усаҡ янында күңел аса.
Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан ташландыҡ йорттар янында йәшәү генә түгел, ә эргәһенән үтеүе лә ҡурҡыныс. Сөнки яҡынса бер быуат элек төҙөлгән ике ҡатлы ағас йорттарҙа йыш ҡына янғындар сыға, йәки аяныслы осраҡтар теркәлә.Теүәл бер йыл элек ошо йортта зәғиф ҡыҙҙы көсләгәндәр. Урамға хәҙер балаларға ғына түгел,ә өлкәндәргә сығыу ҙа ҡурҡыныс. Ә Нина Николаевна был ике ҡатлы йортта 50 йылдан ашыу йәшәй. Күршеләре күсеп китеп бөткәс ул ейәндәре менән яңғыҙы ҡала. Асарбаҡтарҙан ҡурҡып ул үҙ аҡсаһына хәүефһеҙлек төймәһе ҡуйырға мәжбүр.Бындай ташландыҡ биналар ҡалала етәрлек. Шундай уҡ хәлде Өфөнөң 8-се мәктәбе янында күрергә мөмкин. Бер-нисә йыл буш торған ағас йорт асарбаҡтар һәм наркомандар өсөн бик уңайлы урынға әйләнгән.
Ҡала хакимиәте иһә Өфөнөң ташландыҡ йорттары буйынса аныҡ аңлатма бирә алманы. Чернышевский һәм Солтанов урамдарындағы йорттар ҡасан һүтеләсәк – әлегә билдәһеҙ.Әле Өфөлә йөҙәрләгән йорт-биналар ташландыҡ хәлдә. Улар емерелеп берәй кешене баҫа ҡалһа кем бының өсөн яуап бирер? Һорау асыҡ ҡала.