Республикала Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 73 йыллығы киң билдәләнәсәк

Тулыраҡ: Республикала Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 73 йыллығы киң билдәләнәсәк

8 май “Башҡортостан” дәүләт концер залында байрам концерты күрһәтеләсәк. Еңеү көнөндә Еңеү паркындағы мемориаль комплексҡа сәскәләр һалынасаҡ. Байрам алдынан бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына байрам открыткалары төрлө сараларҙа ҡатаншыу өсөн саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ. Район һәм ҡала хакимиәттәренә хәрби комиссариаттар менән берлектә Еңеү көнөнә арнап төрлө саралар, фронтовиктарҙы һәм тыл хеҙмәткәрҙәрен, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатындарын тәбрикләүҙе ойошторорға ҡушылды.