Әлшәй районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Асия Ғилманова өйөнә капиталь ремонт эшләүҙәрен үтенә. Тыл ветераны донъя көткән йортҡа яҡынса алтмыш йыл элек нигеҙ һалынған. Улы урындағы район хакимиәтенә, прокуратураға ғариза яҙғас, махсус комиссия йортто тикшерә һәм авария хәлендә түгел тип таба.
Асия Ғилманова Бөйөк Ватан һуғышының бөтә михнәттәрен, ауырлыҡтарын күреп үҫкән. Яҡты киләсәк өсөн көрәшеүҙә үҙ көсөн һалған ханым оло йәштә түбәһе төшөргә торған өйҙә йәшәрмен, тип һис уйламаған. Йорттоң яйлап нигеҙе убыла, яҙғыһын баҙын һыу баҫа, диуары аҡтарыла. Әсәһен өйҙә яңғыҙ ҡалдырмаҫ өсөн икенсе ҡаланан улы ҡайтып донъя көтөшә.
Асия Мөҙәрис ҡыҙы йәшәгән был йорт бер ваҡытта ла капиталь ремонт күрмәгән. Уның улы торлаҡ кәрәк-яраҡтарын эшләй, әммә алтмыш йылға яҡын торған ҡыйыҡ арҡаһында өй емерелергә тора.Улы Сәғит Ғилманов һүҙҙәренсә, өйгә хәҙер ремонт эшләүҙән файҙа юҡ. Сөнки нигеҙҙең төшә башлауы арҡаһында, өй яйлап ергә ултыра.
Йорттоң эсендә лә йөрөүе ҡурҡыныс. Ике йыл элек беҙҙең ижади төркөм был ғаилә тураһында сюжет төшөрөп күрһәткәйне. Сәғит Ғилманов район хакимиәтенә, прокуратураға өйҙө авария хәлендә, тип әллә күпме ғариза яҙһа ла, махсус комиссия уны һаман кире ҡаға.Ғилмановтар ғаиләһе йәшәгән йорт ике бүлмәле. Бер бүлмәһендә хужалар үҙ ҡулдары менән ремонт эшләгән. Шуға ла район хакимиәте өйҙө таушалғандар рәтенә индереп булмай, тип белдерә.
Өйҙө авария хәлендә тип табыу өсөн тыл ветераны Асия Ғилмановаға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажтар исемлегенә сиратҡа баҫырға кәрәк. Сәғит Ғилманов әйтеүенсә, ул әсәһе исеменән 2014 йылда уҡ ғариза яҙған. Әммә урындағы хакимиәте ғаризаны Ғилмановтар ғаиләһе быйыл апрель башында ғына килтерҙе, тип белдерә. Тиҙҙән яңы комиссия килеп йортто тағы ла бер тапҡыр тикшерергә тейеш.