Башҡорт дәүләт педагогия университетында онлайн-магистратура асыла. Юғары уҡыу йорто был программаға электрон белем биреү технологияларын бойомға ашырыу йәһәтенән республикала беренсе булып старт бирҙе. Һөнәрен камиллаштырырға һәм оҫталығын үҫтерергә теләгән уҡытыусылар хәҙер эшенән айырылмай ғына юғары белем алыу мөмкинлегенә эйә. Онлайн-магистратура уҡыу йортона шәхси килеүҙе бары ике тапҡыр – имтихандар тапшырғанда һәм диплом яҡлағанда талап итә. Педагогия университетында бөгөндән йомаға тиклем магистратура көндәре иғлан ителде. Ошо арауыҡта заман уҡытыусыһының һөнәри үҫеше, электрон белем алыу технологиялары менән менеджменты һәм магистр программалары буйынса методик семинарҙар үтә.
Онлайн магистратура
Тулыраҡ: Онлайн магистратура