Республиканың төп дауаханаһында эвакуация

Тулыраҡ: Республиканың төп дауаханаһында эвакуация

Бөгөн төндә Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында сыҡҡан янғында йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Был хаҡта әле генә ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр иттеләр. Янғын беренсе ҡатта сыҡҡан. Шуға ла төтөн өҫкә күтәрелә башлағас, 238 кешене, шул иҫәптән 56 баланы эвакуацияларға ҡарар ителә. Ут ярты сәғәт эсендә һүндерелгән.