Был дата Чернобль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар хөрмәтенә уҙғарыла.Егерменсе быуаттағы иң аяныслы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә республиканан меңгә яҡын кеше ҡатанаша. Припять ҡалаһындағы техноген бәлә арҡаһында һуңғы 30 йылда Башҡортостанда 400-гә яҡын кешенең ғүмере өҙөлгән. “Чернобыль берлегендә” ошо фажиғәнән һуң тыуған ике йөҙ самаһы бала иҫәптә тора. Радиактив матдәләрҙең таралыу майҙаны, зыян күреүсе кешеләр иҫәбе буйынса иң ҙур һәләкәттәрҙең береһе бик күп кешеләрҙең яҙмышына үҙгәрештәр индерә, уңалмаҫлыҡ тән һәм йән йәрәхәте ҡалдыра. Башҡортостанда Чернобыль фажиғәһе һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү һөҙөмтәһендә зыян күргән өс меңдән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың һәр дүртенсеһенең физик мөмкинлеге сикләнгән. Был һәләкәт уларҙың һәр ҡайһыһының күңелендә төҙөлмәҫ яра булып һаҡлана.
Бөгөн Бөтә донъя радиоактив фажиғәләр ҡорбандары көнө
Тулыраҡ: Бөгөн Бөтә донъя радиоактив фажиғәләр ҡорбандары көнө