Өфө урамдарында яңы троллейбус

Тулыраҡ: Өфө урамдарында яңы троллейбус

Өфөнөң трамвай-троллейбус заводы Нефаз предприятиеһы менән берлектә яңы троллейбус сығарҙы. Яңы техниканың мөмкинлектәре ҙур. Ул заманса технологиялар менән йыһазландырылған. Шулай уҡ, аккумуляторҙар ярҙамында авария урындарын, тығындарҙы урап үтә ала. Бының өсөн уға электр энергияһы кәрәкмәй. Тиҙҙән, яңы троллейбус ҡала урамдарында пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә башлаясаҡ.