Америка һәм Франция президенттарының осрашыуы Ирандың атом ҡоралы программаһында ҡатнашыу йәһәтенән аныҡ һөҙөмтәләргә килтермәгән. Макрондың Ҡушма Штаттарға сәфәренең төп маҡсаты- Иран менән килешеүҙе һаҡлап ҡалыу ине. Дональд Трам унан сығыу менән янай. Иран мәсьәләһе буйынса етди ҡаршылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, Макрон Трамп менән тығыҙ бәйләнештәр булдырған берҙәрүбер етәксе.
Рәсәй оборона министрлығы өс яңы бронеавтомобиль менән тааныштырҙы. “Айыу” машинаһы ныҡ һаҡланған һәм 8 хәрбиҙе йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән. “Тигр” броневигының руле уң яҡта. Ул ғәҙәттән тын хәлдәр министрлығы өсөн ҡулай, был машинаны шулай уҡ һуғыш яланынан яраланғандарҙы сығарыу өсөн дә ҡулланырға мөмкин.
11 ҡатын планетаның төнъяҡ нөктәһенә барып етте. Бөйөк Британия ғалимы Фелисита Эстон етәкселегендәге төркөмгә, нигеҙҙә, тәү башлап саңғыға баҫыусылар һайлап алынған. Экспедицияның төп маҡсаты-ҡатын-ҡыҙҙар араһында диалог булдырыу.
Ҡытайҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларға ҡарата көрәштең яңы ысулын уйлап тапҡандар. Хәҙер светофорҙың ҡыҙыл утына сығырға теләүселәргә юл буйынса ҡуйылған биш бағананан һыу һиптертә башлай.