Тиҙҙән һауа температураһы 20 градусҡа тиклем күтәреләсәк

Тулыраҡ: Тиҙҙән һауа температураһы 20 градусҡа тиклем күтәреләсәк

Һауа шарттары насар булыуы сәбәпле Урал аръяғы райондары ҡыр эштәренә төшә алмай. Ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы аауыл хужалығы эшсәндәренең эшен тотҡарлай. Иҫәндәүләтов крәҫтиән-фермер хужалығы эшсәндәре баҫыуға сыҡырға әҙерләнә. Бында быйыл ҡыр эштәрендә 7 техника ҡатнашасаҡ. Тракторҙар һәм тағылма инвентарь күптән әҙер. Тик һауа торошо ғына көйһәҙләнә. Башҡортостан хужалыҡтарына килемле культураларға өҫтөнлөк бирергә тәҡдим ителде. Уларға майлы һәм ҡуҙаҡлы культуралар инә. Фермер бөгөндән баҫыуға сығырға әҙер.Йылайыр районында техника һәм тағылма инвентарь тулыһынса төҙөкләндерелгән, орлоҡтар 70 процентҡа ағыуланған, яғыулыҡ-майлау материалдары һәм ашламалар алынған. Көндәр бер аҙ йылытыу менән үк Йылайыр хужалыҡтары баҫыуҙарға сығырға йыйына. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, тиҙҙән һауа температураһы 20 градусҡа тиклем күтәреләсәк.