Өфө дәүләт нефть-техник университетында уҡыусы Африка стуленттары башҡорт халыҡ бейеүҙәрен өйрәнә башланы. Кизомба, Афрохауас, Зумба һәм башҡа бейеү түңәрәктәренә теләгән һәр студент йөрөй ала. Өфө дәүләт нефть-техник университетында уҡып йөрөүсе йәштәр бик күп сәхнәләрҙә сығыш яһап өлгөргән. Бөгөн был бейеү түңәрәгендә тиҫтәнән ашыу студент шөғөлләнә. Иң мөһиме дәрт һәм теләк кенә кәрәк, ти ангола студенттары. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ республика башлығы менән тура һөйләшеү барышында Башҡортостанда Африка студенттары союзын ойоштороусы Ангола студенты Эштейта Матеуш Рөстәм Хәмитовты Өфө дәүләт нефть техника университетына килеп, сил ит студенттары менән танышырға саҡырғайны. Төбәк башлығы саҡырыуҙы ҡабул итеп, студенттарҙан бер-нисә Африка һәм башҡорт бейеүен әҙерләүҙәрен һораны. Сит ил студенттары республика башлығын ҡабул итергә әҙерләнә. Башҡортса бейеүҙәр өйрәнә. Әммә башҡа милләттәр менән сағыштырғанда, башҡорт бейеүҙәрендә рух ныҡлығы күренә, ниндәйҙер көслө мөғөнө һалына, ти студенттар.Йәштәр тыуған яғынан оҙаҡ йылдар ситтә йәшәп тә, үҙ мәҙәниәтен ҙурлап, ҡәҙерләп һаҡлай. Улар бер-нисә йыл эсендә башҡорт йырҙарына, бейеүҙәренә лә ғашиҡ булып өлгөргән.
Башҡорт бейеүҙәрен өйрәнеү беҙҙең төп маҡсат
Тулыраҡ: Башҡорт бейеүҙәрен өйрәнеү беҙҙең төп маҡсат