Уйлар өсөн ике ай ваҡыт

Тулыраҡ: Уйлар өсөн ике ай ваҡыт

Стәрлетамаҡ ҡала мәхкәмәһе Игорь Воробьевты 16-сы июлгә тиклем һаҡ аҫтында ҡалдырырға ҡарар итте. Ул төнгө клубтарҙың береһендә һаҡ хеҙмәткәрен туҡмауҙа ғәйепләнә. Игорь Воробьев ҡатынына 2 миллион 600 мең һумлыҡ автомобиль бүләк итеп дан алған полиция хеҙмәткәре-Стәрлетамаҡтағы иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығының хәҙер инде элекке етәксеһе. Вәзғиәттән һуң ул эске эштәр министрлығынан ҡыуылды, ә прокуратура уның милкен конфискациялай башланы. Воробьев һәм уның яҡындарында күсемһеҙ милек һәм автомобилдәрҙең дөйөм хаҡы 40 миллион һумдан ашып киткән.