Башҡортостанда яҡынлашып килгән байрам көндәрендә айырыуса хәүефле һаналған һыу биләмәләрендә ҡотҡарыусылар дежурҙа торасаҡ.
Республика авария-ҡотҡарыу хеҙмәте өс даими пост ойоштора. Улар Инйәр йылғаһында ике урында һәм Һаҡмар йылғаһында Яман-таш янында ҡуйыла. Был урындарҙы кәмәләрҙә ағып төшөүселәр үҙ иткән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре менән йәнә ике ерҙә ошондай күҙәтеү башҡарыла, Еҙем һәм Ләмәҙ йылғаларында ҡотҡарыусылар эшләй. Бындай эш 28 апрелдән 3 майға тиклем һәм 5-10 майҙа ойошторола.