Улар “Беҙҙең тарих”ҡа арналған халыҡ-ара конкурста ҡатнашҡан 5 меңгә яҡын бала араһында еңеп сыҡҡан. Өфөнөң 117-се урта мәктәбе йәш быуынды илһөйәрлек рухында уңышлы тәрбиәләй. Ике йыл элек был уҡыу йорто республикала ойошторолған “Ватан улдарын тәрбиәләйбеҙ” тигән конкуста еңеү яулағайны. Быйыл иһә мәктәптең һигеҙенсе класс уҡыусылары Мәскәүҙәге Еңеү парадына йыйына. Был иҫтәлекле ваҡиғала ҡатнашырға уларҙың шәхси ҡаҙанышы бар.Анастасия тарих менән бәләкәйҙән ҡыҙыҡһына. Шуға ла рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының Бөйөк Ватан һуғышы тураһында инша яҙыу тәҡдимен ихлас ҡаршылай. Халыҡ-ара конкурс кимәленә сығарыр эш ижади ынтылышты ғына түгел, ғилми эҙләнеүҙәрҙе лә талап иткән.Анастасияның класташы Демид конкурста ҡатнашҡан иншаның халыҡ-ара кимәлдә танылыуын остазының уңышы, тип иҫәпләй. Ольга Васильевна тарихҡа ҡыҙыҡһындырып ғаилә хроникаһын тергеҙергә булышлыҡ иткән.Инша яҙыу, хатта тарихты тәрән өйрәнеүгә генә лә түгел, Ольга Васильевнаның маҡсаты – уҡыусыларын ғәмәли ҡаҙаныштарға өлгәшергә өндәү. “Беҙҙең тарих” конкурсы икенсе йыл үткәрелә. Унда еңеү балаларға етди мөмкинлектәр аса. Финал сығыштары 8 майҙа үтә. Өфөнән конкурста ҡатнашыусылар араһында Ольга Васильевнаның ҡыҙы педагогия университеты коллежы студенты Элина Дәүләтбаева ла бар. Үҫмерҙәр иҫтәлекле ваҡиғаны тулҡынланып көтә.
Башҡортостан уҡыусылары Мәскәүҙәге Еңеү парадына юллана
Тулыраҡ: Башҡортостан уҡыусылары Мәскәүҙәге Еңеү парадына юллана