Эҙәрмәндәр отряды юлға сыға

Тулыраҡ: Эҙәрмәндәр отряды юлға сыға

Ленинград өлкәһенең Киров районында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һалдаттарҙы эҙләүгә Башҡортостан эҙәрмәндәре лә ҡушылды. «Волхов фронты» экспедицияһында Дыуан, Нуриман райондары һәм Дәүләкән ҡалаһы отрядтары, «Кириши» һәм «Сталинград» экспедицияһында Туймазы һәм Көйөргәҙе райондары эҙәрмәндәре ҡатнаша. Бынан тыш, Өфөнән, Стәрлетамаҡтан һәм Туймазы районынан отрядтар Ростов һәм Липецк өлкәләрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы алышҡан урындарҙа эҙләнеү эштәре алып барасаҡ.