Чехия уҡыусылары Башҡортостан менән таныша

Тулыраҡ: Чехия уҡыусылары Башҡортостан менән таныша

Был дәүләттән ЮНЕСКО программаһы сиктәрендә Өфөгә бер төркөм үҫмерҙәр килде. Чехия уҡыусылары Өфөләге өсөнсө гимназияла белем алған тиҫтерҙәре ғаиләләрендә йәшәп, баш ҡаланың мәғариф системаһы менән таныша, дәрестәргә йөрөй. Улар, шулай уҡ Башҡортостан тәбиғәтенә лә хайран ҡалған. Бөгөн иһә улар Өфөләге “Рәсәй- минең тарихым” интерактив музейында булып, ватаныбыҙ үткәне һәм киләсәге менән танышты. Чехия вәкилдәре әйтеүенсә, уларға хәҙер башҡорт теле лә ҡыҙыҡлы.