Оло йөрәкле ғаилә

Тулыраҡ: Оло йөрәкле ғаилә

Стәрлетамаҡ районы Яңы Отрадовка ҡасабаһында йәшәүсе Кравченколар ғаиләһе өйҙәрендә даун сире менән ауырыған ун бер бала тәрбиәләй. Бәхетле әсәй, ҙур йөрәкле әсәй...Был һүҙҙәрҙең барыһы ла йәш әсә Татьяна Кравченко исемен биҙәй. Балалар йортонан алып ун бер балаға тәрбиә биргән ханымдың көнө тик сабыйҙар янында үтә. Татьяна тәүҙә үҙе бала таба алмай ыҙалана. Әммә ҡулын төшөрөп, төшөнкөлөккә бирелмәй. Ире менән бер һүҙгә килеп, балалар йортонан тәрбиәгә даун сире менән яфаланған сабый алырға ҡарар итә. Үҙе уҡытыусы булараҡ, ул бигерәк тә даун сире менән ауырыусыларға айырым иғтибар кәрәклеген яҡшы аңлай. Ике баланы тәрбиәгә алып, өс йыл үткәс Татьяна үҙе бала көтөүен белеп ҡала. Татьяна барлығы өс ҡыҙ таба. Әммә балалар йортонда үҙ әсәләрен көткән сабыйҙар уның йөрәген әрнетә. Яҡты киләсәк, йылы өй һәм наҙ өләшеү теләге менән йәнә балалар йортона юллана. Әле Кравченколар барлығы ун дүрт сабый тәрбиәләй. Даун сире менән ауырыусылар урта белем биреү мәктәбенә йөрөмәй. Шуға ла Татьяна улар өсөн өйҙәренә уҡытыусы саҡырта.Балалар төркөмгә бүленеп шөғөлләнә. Бер бүлмәлә уҡытыусы уларҙы һүрәт төшөрөргә, китап уҡырға өйрәтһә, күрше бүлмәлә икенсе уҡытыусы төрлө уйындар үткәреп күңелдәрен аса.Даун сире менән яфаланыусыларҙы тәрбиәләүе еңелдән түгел, ти йәш ғаилә. Ғаиләгә ай һайын егерме меңдән ашыу аҡса талап ителә. Шулай уҡ киләсәктә ата-әсә уларҙы хәлдәрен яҡшыртыу маҡсаты менән шифаханаға алып барырға хыяллана. Әйткәндәй, сабыйҙар тауышы менән тулған йәш ғаилә тиҙҙән йәнә даун сире менән ауырыған өс баланы тәрбиәгә алырға ниәтләй. Иң мөһиме һәр бер балаға бер үк һөйөү таратыу, ти ата-әсә.Өйҙә сабый булғанда ғына ғаилә бәхеткә сумылып йәшәй.