Никах күлдәге

Тулыраҡ: Никах күлдәге

Тап ошо мәлдә никахтар ҙа күпләп теркәлә. буласаҡ ир менән ҡатыдан уға әҙерлек күп ваҡыт һәм көс талап итә. Тулҡынландырғыс тантанаға кәләштәр өсөн бигерәк тә, никах күлдәге һайлау — яуаплы эштәрҙең береһе. Туйҙар, никахтар мәле етеү менән ҡатын-ҡыҙҙар был сараның иң кәрәкле атрибуты — никах күлдәге эҙләй башлай. Һәр гүзәл зат тормошондағы мөһим ваҡиға көнөндә үҙен ҡабатланмаҫ, матур ҡиәфәттә күрергә теләй. Әммә уны һайлау белеү ҙә кәрәк. Ысынлап та, никах күлдәге, тәү сиратта, мосолман ҡанундарына ярашлы тегелергә тейеш. Затлы, зауыҡлы, әммә шул уҡ ваҡытта үтә ҡупшы, артыҡ сағыу булмаһын. Селтәр, йәки нағыш менән биҙәлһә лә ярай. Тик күҙгә бәрелеп тормаһын. Бөтә нәмәлә алтын уртаҡлыҡты табыу мөһим. Никах күлдәктәрен һатыусы кибеттәр һанаулы ғына. Шуға уларҙы эҙләп табыуға оҙаҡ ваҡыт китә. Иң яҡшыһы — никах өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән сауҙа иткән махсус салондарға мөрәжәғәт итеү. Өфөлә Үҙәк-баҙарҙан алыҫ түгел, Революция урамы, 57 йортта урынлашҡан Сахара кибетендә гүзәл заттар өсөн зауыҡлы тауарҙар етерлек. Заманса донъя модаһы индустрияһында динни кейемдәргә хәҙер иғтибар ҙур. Бөгөн дизайнерҙар мосолманса күлдәктәрҙең төрлө эксклюзив моделдәрен тәҡдим итә.Әйткәндәй, хәҙер диндә булмаған ҡыҙҙар ҙа мосолман ғөрөф-ғәҙәттәре буйынса кейенеп, никах уҡыталар. Бында һәр кәләшкә айырым иғтибар: һеҙ үҙегеҙҙең стилгә ярашлы, һеҙгә генә килешле булған үҙенсәлекле образ тыуҙыра алаһығыҙ. Өҫтәүенә һәр һатып алыусыға бүләккә сертификат тапшырыла.