Бөйөк Еңеү байрамына һынаулы көндәр ҡалды. Әлеге мәлдә беҙҙең хәбәрселәр, алып барыусылар һәм операторҙар Ҡырмыҫҡалы районының Константиновка ауылында. Бында беҙҙең маҡсат — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Япониялағы ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугир Дәүләтшин Рәүил Мөхәмәҙинур улы менән осрашу. Ветеран менән ихлас һөйләшеп, уның йорт — ихатаһын да бер аҙ тәртипкә килтерҙек! Рәхмәт Һеҙгә, хөрмәтле ветерандар, Еңеү өсөн!
Рәхмәт һиңә,ветеран!
Тулыраҡ: Рәхмәт һиңә,ветеран!