Илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләне. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Өфө Совет армияһына резерв әҙерләү урынына әйләнә. Бында тәүге айҙарҙа 10 меңләп һалдат хәрби әҙерлек үтә. Хәрби частар һәм ойошмалар туплана. 1941 йылдың көҙөндә баш ҡалала 361-се уҡсылар һәм 74-се, 76-сы кавалерия дивизиялары барлыҡҡа килә. Өфө пехота училищеһы асыла.
Өфө һәм бөтә Башҡортостан халҡы еңеүгә бар көсөн һала. Был турала тарихи сығанаҡтар һәм хәтирәләр һөйләй. Дәһшәтле йылдар шаңдауы әле һаман да халыҡ хәтерендә. фө халҡының Үлемһеҙ полк рәттәренә баҫып, илебеҙгә Бөйөк Еңеү яулаған яҡындарының фотопортреттарын тотоп парадта үтеүе быға асыҡ дәлил. Башҡортостан халҡы “Үлемһеҙ полк” акцияһына 2014 йылда ҡушылды һәм 4-се йыл рәттән Еңеү көнөндә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡын кешеләренең портреттары менән парадта ҡатнаша. Былтыр Өфөнөң Октябрь проспекты буйлап үлемһеҙ полк рәттәрендә 60 меңдән ашыу кеше үтте. Был һан йылдан-йыл күбәйә.Быйыл 100 меңдән ашыу фронтовик фотоһүрәте бер полк булып атлай. Башҡортостандан фронтҡа 700 меңдән ашыу ир-егет китә, һалдаттарҙың 300 меңдән ашыуы яу яланында ҡала.
Ҡайһы берәүҙәренең яҡындары ҡарап иҫләрлек фотолары ла ҡалмаған.Күп ғаиләләр бер төптән алтышар, туғыҙышар ир-егетте оҙатҡан. Уларҙы ошо оҙатыуҙан башҡа бүтән күрмәйәсәктәре ул ваҡытта бер кемдең дә уйына килмәгәндер. Арабыҙҙан киткән яугирҙәрҙең исемдәре һәм даны мәңге хәтерҙә. Ә һуғыштан ҡайтып, әле арабыҙҙа йәшәгән ветерандарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Уларҙың күптәре хәҙер хәлдәре насар булыуҙан Еңеү көнөн өйҙәрендә ҡаршылай. Фронттан аяҡһыҙ ҡайтҡан Әсхәт Әхмәҙуллин парадты үҙ ғүмерендә икенсегә генә күрә.Балаларҙы атайһыҙ, ҡатындарҙы тол ҡалдырған һуғыш ғәрәсәтенән кешелектең йөрәк яралары әле һаман төҙәлеп бөтмәгән. Һуғыш ауырлығын иңдәрендә кисергән быуын кешеләре киләсәктең тыныс булыуын теләй.Бөйөк Ватан һуғышы бер ғаиләне урап үтмәгән. Ул йылдар ил тарихы ғына түгел, шәхсән һәр ғаилә тарихы. Үлемһеҙ полк менән халыҡ араһында төбәк башлығы Рөстәм Зәки улы ла атлай. Уның бер олатаһы Сөнәғәтулла Измайлов 1941 йылда фронтҡа китә. Ленинград фронтында пехотала хеҙмәт итә. 43-сөлә ҡаты яраланып ҡайта. Атаһы яғынан Сәлимйән олатаһы тыл ветераны, фронтҡа аҙыҡ-түлек һәм тауарҙар ебәреүҙе тәьмин итә.Үлемһеҙ полкта атлаусылар бер туҡтауһыҙ ура ҡысҡыра, хәрби йырҙар йырлай.
Уларҙы ҡарап ҡалыусылар ҙа фронтовик туғандарының фотолары менән килде. Араларында тормош иптәштәрен юғалтҡан инәйҙәр ҙә бар. Бөйөк Еңеү көнөн улар мәңгелек йәрҙәре менән ҡаршылай.Аслыҡ, яланғаслыҡ, көнө-төнө хеҙмәт һәм ҡайғы менән үҫмер йылдары үткән ололар, һуғыш яланындағы ҡан ҡойошто, алышты, үлемде үҙ күҙҙәре менән күргән ветерандар заман халҡы рәхәт тормошта бәхетле йәшәй тип ҡыуана. Иң мөһиме киләсәк быуындар был юғалтыуҙарҙың бушҡа түгеллеген һәм атай-олатайҙарының ҡаһарманлығын онотмай.Ғаиләләр ҙурая, ветеран туғаны тураһындағы мәғлүмәтте белеүселәр һаны арта. Тимәк “Үлемһеҙ полк” акцияһы үҙ маҡсатына иреште. Еңеүҙең 73-сө яҙын Башҡортостаныбыҙың, тыуған илебеҙҙең, донъяның һуғыш ғәрәсәте ҡағылған һәр төбәгендә йәшәүселәр ветерандарыбыҙға дан йырлап “Үлемһеҙ полк” рәттәрендә ҡаршыланы.