Дәүләкән районы Мәкәш ауылында Бөйөк Еңеү көнөнә арнап обелиск асылды. Ҡанлы яуҙа ятып ҡалған батырҙар һәм илебеҙгә еңеү алып ҡайтҡан яҡташтары иҫтәлегенә обелискты булдырыуҙа ауыл халҡы тос өлөш индергән. Миңлегөлсөм Нурғәлиева һуғыш башланғас, атаһының ғаиләһе менән хушлашып сығып киткәнен бөгөнгөләй хәтерләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ҡанлы яландан ҡайта алмай, хәбәрһеҙ юғала. Бары тик берҙән-бер иҫтәлек – фотоһүрәте тороп ҡала. Миңлегөлсөм Ҡәнзәфәр ҡыҙына ғаиләһенә ярҙам итер өсөн 13 йәштән үк колхозда тир түгергә тура килә.
Тыныс илдең ҡәҙерен белеп үҫергә саҡырған тыл ветераны өсөн быйылғы Бөйөк Еңеү көнө бигерәк тә ҡыуаныслы. Дәүләкән районы Мәкәш ауылын хәҙер ил бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән батырҙар исеменә ҡуйылған яңы обелиск биҙәй. Обелискты булдырыуҙа район хакимиәте урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнаша, ауыл халҡы миллионға яҡын аҡса йыя. Халыҡ берҙәмлеге ярҙамында мемориаль таҡта бер йыл эсендә эшләнеп бөтөлә. Уның дизайны ла бергә уйланыла. Күренеүенсә, бер яғында һуғышта батырҙарса һәләк булыусылар, ә икенсе яғында иһә илебеҙгә еңеү алып ҡайтыусылар исемлеге теркәлгән. Мәкәш ауылынан ғына именлек өсөн 276 кеше көрәшә.Обелисткың урыны ла ауыл халҡы өсөн ҙур иҫтәлек булып тора. Сөнки һуғыш башланғас тап ошо ерҙән ауыл егеттәре оҙон юлға оҙатыла.Киләсәк быуынға яҡты тормош бүләк итеүсе батырҙарға, тыл ветерандарына арнап үткәрелгән сара ҙур концерт менән тамамланды.