Әлшәй районынының был ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған мемориаль комплекс барлыҡҡа килде. Уны асыу тантанаһы Еңеү көнөндә үтте. Мемориаль комплексты асыу тантанаһын бөтә халыҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-ауылдаштарының исемен мәңгеләштереү һәр кемдең изге бурысы икәнен аңлап, урындағы халыҡ үҙ көстәре менән уларға арналған обелиск эшләп, уның биләмәһен дә төҙөкләндерҙе. Хәнйәрҙән фронтҡа йөҙҙән ашыу һалдат киткән.
Яртыһынан күберәге кире әйләнеп ҡайтмай. Әммә улар тураһында хәтер үлмәгән икән, тимәк улар ҙа йәшәй. “Үлемһеҙ полк” акцияһы быға тағы ла бер дәлил. Хәнйәрҙә тағы ла бер яҡшы йола бар. Дүрт йыл рәттән инде улар Бөйөк Ватан һуғышында ғүмерен аямай Ватанды һаҡлаусы һалдат-ауылдаштарына арнап акция үткәрә. Аҡ караптарҙа улар олатайҙарының исемдәрен, “иҫләйем, ғорурланам” тип яҙып, йылғаға ебәрәләр. Караптарҙың береһендә ошо ауыл егете Элмир Хажиғәлиевтың олаталарының да исемдәре бар. Бәлки, улар тураһындағы иҫтәлектәр ҙә был егетте ҡаһарман яҡташтарының исемен мәңгеләштерергә этәргәндер Атай-олатайҙарынан килгән һәләтте Элмир изге эштә ҡуллана. Тап ул обелискты, уның тирәләй ҡапҡаларҙы, эскәмйәләрҙе семәрләп яһай.Ысынлап та, күмәк эштең көсөн күреп, урындағы халыҡ бөгөндән яңы эшкә тотонорға дәртләнеп йөрөй. Ә был мемориаль комплекс яугир-яҡташтарының ҡаһарманлығын киләсәк быуындарға еткереүсе йәдкәр булып тора.