Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйни Ғәлимовҡа тыныс тормошта ла үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшергә тура килә. Прокуратура ярҙамы менән ул ғәҙеллеккә ирешә һәм бөтә шарттары булған йортҡа күсенә. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйни Ғәйзетдин улы Ғәлимов 1942 йылдың мартында хеҙмәткә алына.
Дүртөйлө районында хәрби әҙерлек үтеп, артиллерист һөнәрен үҙләштергәндән һуң, Мәскәүҙе обороналауға ебәрелә. Әммә, уға баш ҡаланы һаҡларға тура килмәй, артиллеристарҙы Ленинград фронтына ташлайҙар. Алыштарҙың береһендә яугир яралана һәм госпитәлгә эләгә.Дауаланғандан һуң Ғәйни Ғәлимовты махсус батальонға ебәрәләр. Унда һалдаттар тулыһынса йүнәлергә тейеш була. Ошонда бер майор яугиргә разведкаға барырға тәҡдим итә һәм Ғәйни Ғәйзетдин улы үҙен һынап ҡарарға ризалаша. Разведкала йыш ҡына тел артынан йөрөйҙәр.
Уларҙың береһендә 12 совет һалдаты 60-ған немецты юҡ итә.Пехотаға тиклем, иң алдан разведчиктарҙы ебәрәләр. Улар тикшереп арттағыларға хәбәр итеп барырға тейеш. Ошондай рейдтарҙың береһендә яугир фашистарҙың йыртҡыслығын күрә.Германия илбаҫарҙарының тотошлай ауылдар менән совет кешеләрен аямауы билдәле. Ошондай факттарға Ғәйни Ғәлимов үҙе шаһит.1944-се йылдың мартында Ғәйни Ғәлимов һуңғы алышта ҡатнаша. Ҡаты яраланғандан һуң, уның аяғын киҫергә уйлайҙар. Әммә, яугир ҡырҡтырырға бирмәй һәм Горький ҡалаһында дауалана. Һуңынан ошонда уҡ, хеҙмәт итеүен дауам итә һәм еңеүҙе ҡаршылай. Беҙҙең яҡты киләсәк өсөн һуғышҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына тыныс тормошта ла үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшергә тура килә.
Торлаҡ өсөн тәғәйенләнгән законлы сертификатты ул прокуратура аша бер-нисә йыл юллай. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн Ғәйни Ғәлимов бихисап орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Әммә, уларҙың ҡайһы берҙәрен ветеран алып өлгөрмәгән, сөнки, разведчиктар һәр ваҡыт дошман тылында хәрәкәт итә һәм миҙал ҡаһарманға эләкмәй ҡала. Награда уны табыр, тип ышанабыҙ. Башҡортостанда йылдан йыл Бөйөк ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Ейәнсура районында уларҙың һаны 12. Ә бына Йылайыр районында 1 генә иҫән ветеран ҡалған. Николай Алонцев та үҫмер сағынан колхозда эшләй, йәше еткәс 1943 йылда армияға алына. Ветерандар Ғәйни Ғәлимовҡа быйыл 95 йәш тула, ә Николай Алонцев 92 барлай. Уларҙы Бөйөк Еңеү көнө менән ихлас ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.