Эшкә ҡул һелтәп ҡараумы йәки табиптар нисек аҡлана?

Тулыраҡ: Эшкә ҡул һелтәп ҡараумы йәки табиптар нисек аҡлана?

Бөгөн Юғары суд ултырышында Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Айсинә Зиндусованың эше ҡаралды. 2015 йылда операция ваҡытында уның эсендә ҡулланылған ҡыҫҡыс табыла. Асыҡланыуынса, 2012-се йылда ул Өфөнөң 3-сө балалар табыу йортонда икенсегә әсәй була. Сабыйҙан бушаныу табиптар ярҙамында атҡарыла һәм ошо ваҡытта белгестәр медицина инструментын ҡатындың эсендә онотоп ҡалдыра. Был ваҡиғанан һуң Айсинә Зиндусова хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә һәм 3 йылдан ашыу судлаша. Бөгөн дә суд ултырышына Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре килмәне. Яуап тотоусылар килмәү сәбәпле был эш буйынса суд 23-сө майға күсерелде.