Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Европа берлеге “Атом килешеүе”нән сыҡмаҫҡа ҡарар итте. Был, тәү сиратта, Ислам республикаһы менән элек ҡул ҡуйылған килешеүҙәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Европа башҡалалары Иран менән иҡтисади бәйләнештәрҙе һаҡлап ҡалырға ҡарар иткән.
  • Гавайяла Киоауэа вулканы Пахоа ҡалаһында йорттарҙы һәм барлыҡ инфраструктураны юҡ иткән. Утрауҙа йәшәүселәр әйтеүенсә, утлы шыйыҡса юлында йорттар шырпы кеүек тоҡанған. Хакимиәттәр халыҡты имен урынға күсереп өлгөргән. Сейсмологтар вулкандың әүҙемлеге дауам итәсәк, тип белдергән.
  • Ҡырым күперенә автомобиль юлында “Росавтодор” пилотһыҙ автомобилде һынап ҡараны. Тест “Ҡаарауан” проекты сиктәрендә үткәрелгән. Уға ярашлы, дөйөм ҡулланыштағы юлдарҙа тиҙҙән водителһеҙ йөк ташыусы машиналар йөрөй башлаясаҡ.
  • Ә бына Ҡазағстанда почта дронын тикшереү уңышһыҙ тамамланды. Осорғас бер-нисә метрҙан ул ергә ҡолап төшкән. Алма- ата ҡалаһында тиҙҙән ошондай дрондар ваҡытлы матбуғатты таратыуҙа ҡулланыласаҡ.