Балаларға белем биреү – көнүҙәк мәсьәлә

Тулыраҡ: Балаларға белем биреү – көнүҙәк мәсьәлә

Быны Республика башлығы исеменә яҙма мөрәжәғәттәр дәлилләй. Рөстәм Хәмитов менән осрашыуға был юлы килгән граждандарҙың күбеһен мәғарифҡа ҡағылған киҫкен мәсьәлә борсой. Башҡаланың Дим районы биләмәһендәге Баланово һәм Яңы Михайловка микрорайоны әсәләре балалар баҡсаһы менән мәктәп төҙөлөшөн тиҙләтеүҙе үтенә. Иглин районы үҙәгендә йәшәгән күп балалы ханым да төбәк етәксеһенә шулай уҡ яңы мәктәп кәрәклеге һәм юлдарҙы төҙөкләндереү проблемаһы менән мөрәжәғәт итте. Ғафури районы Табын коррекцион мәктәбе уҡытыусыһы Олег Зимин мөмкинлеге сикле балалар өсөн ун районға бер мәктәп-интернатты ябыуға ҡаршы. Ә Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенты Әсғәт Йәһүҙин менән шул уҡ юғары уҡыу йортоноң һәм республика инженер-лицей-интернаты уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров Башҡортостанда һәләтле балалар менән эшләгән педагогтар ассоциацияһын булдырыу тәҡдимен индерҙе. Республика уҡыусыларының Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа ҡатнашыу һәм еңеү күрһәткестәре түбән. Башҡортостандан сыҡҡан һәләтле балалар күрше төбәктәрҙә белем алып ҡаҙаныштарын улар иҫәбенә теркәргә мәжбүр.