Ғафури районында 10-ға яҡын ауыл халҡы эшһеҙ ҡалыуы ихтимал

Тулыраҡ: Ғафури районында 10-ға яҡын ауыл халҡы эшһеҙ ҡалыуы ихтимал

Башҡа райондарҙа яҙғы баҫыу эштәре башланһа, бында сәсеү техникаһы гараждарҙа тора, ә былтыр йыйылған килемле культуралар ситкә һатыла. Ҡасандыр был һарайҙа бер-нисә йөҙ һауым һыйыры һәм быҙауҙар торған. Хәҙер ул буш. Ауыл халҡы эшһеҙ. “Ағиҙел” фермаһы директоры Тимерйән Кинйәбаев әйтеүенсә, хужалыҡҡа яңы ойоштороусы килеү менән эштәр түбәнгә тәгәрәй башлаған. Эшселәр уҙған йылдың октябрь айынан эш хаҡын алғандары юҡ. Хужалыҡты яңы кимәлгә сығарыу өсөн “Ағиҙел” ойошмаһы 2012 йылда кредит ярҙамында техник паркты яңырта, тоҡомло малдар һатып ала. 2015 йылдың аҙағында “Ағиҙел” хужалығының яңы ойоштороусыһы барлыҡҡа килә. Һәм “Ағиҙел” фермаһы нигеҙендә “Ағиҙел Агро” тигән яңы ойошма барлыҡҡа килә. Йылдар буйына йыйылған техника, мал, уңыш яңы хужалыҡ исеменә күсерелә башлай. Ҡасандыр республика ла алдығынғылар рәтендә булған хужалыҡ фермалары бөгөн буш тора. Меңгә яҡын мал-тыуар һатылып бөткән, ә сәсеү техникаһы гараждарҙа һаҡлана. Яҡынса, 100-ҙән ашыу кеше эшһеҙ ҡалған. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса аграрийҙар алдында эш хаҡы буйынса бурыс күләме кәм тигәндә бер миллион һумға етеүе ихтимал. Шулай уҡ ауыл халҡы әйтеүенсә, ике хужа талашыу сәбәпле 700-ҙән ашыу кешенең пай ерҙәре буш ҡалыуы ихтимал. Әгәр ҙә баҫыу ерҙәре эшкәртелмәһә, халыҡ үҙ ҡеҫәһенән һалым түләргә тейеш була. “Ағиҙел” хужалығы директоры әйтеүенсә, трактор һәм башҡа сәсеү техникаһы гараждарҙа тора. Сөнки орлоҡтар, минераль ашлама, яғыулыҡ-майлау материалдары һатылып бөткән. Бөгөн бер предприятие ла яҙғы-ҡыр эштәренә әҙер түгел. Сөнки йыйылған килемле культуралар КАМАЗ-дарға тейәлеп ситкә һатыла. Ә “Ағиҙел-агро”ны ойоштороусы Заһир Әбсәләмов аңлатма биреүҙән баш тартты.Әле ике яҡта төрлө инстанциялар һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ярҙамында бер-береһен ғәйепләргә тырыша. Тик ошо ыҙғыш арҡаһында сәсеү эштәре тотҡарланыуы һәм 10 ауыл халҡының эшһеҙ ҡалыуы тураһында бер кем дә уйламай.