Өфө “Таҙа яр” бөтә Рәсәй экологик акцияһына ҡушылды

Тулыраҡ: Өфө “Таҙа яр” бөтә Рәсәй экологик акцияһына ҡушылды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ойошторған был сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бөгөн Яҡутов паркындағы Һалдат күле таҙартылды. Пластик шешәләр, консерва һауыттары, быяла һәм һәм хатта аяҡ кейемдәре — был "табыш" Өфөләге Һалдат күле төбөнән сығарылған. Һыуҙа ятып, улар тирә-яҡтағы экологияға баһалап бөткөһөҙ зыян килтерә. Яҡутов паркындағы Һалдат күлен таҙартырға Өфөнөң водолаздар мәктәбе уҡыусылары ярҙам итте. Файҙа килтереү менән бер рәттән, улар тәжрибә лә туплай. Һалдат күле — тәүге объект. Артабан ойоштороусылар баш ҡаланың һәм республика райондарындағы башҡа һыу ятҡылыҡтарын да тәртипкә килтерәсәк. Башҡортостанда был акция 30 майға тиклем дауам итә. Уның маҡсаты — һыу буйҙарын таҙартыу менән бер рәттән, йәмәғәтселектең дә ошо экологик сарала ҡатнашыуы аша кешеләрҙә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.