Өфөлә йәшәүсе Марс Мофаззалов уҡ-һаҙаҡ һәм ҡурай эшләү менән мауыға. Уның ҡул эштәре хәҙер күргәҙмәләрҙә, шулай уҡ тирмәләрҙә үҙ урынын тапҡан. Ағастан эшләнгән көнкүреш кәрәк-яраҡтары, музыка ҡоралдары – барыһы ла Марс Мофаззаловтың өйөн биҙәй. Ата-олатайҙарының ҡул эштәрен күреп кенә түгел, ә өйрәнеп тә үҫкән егет бәләкәй сағынан уҡ ағас серҙәренә төшөнә.
Тәүҙә ябай ғына фигуралар эшләһә, һуңынан уға уҡ-һаҙаҡ эшләү илһамы килә.Марс Мофаззалов уҡ-һаҙаҡ эшләү өсөн күп оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй, уның нескәлектәренә төшөнә. Әммә тәүге ундан ашыу уҡ килеп сыҡмай, барыһы ла һына. Шулай ҙа ул ҡул һелтәп, яратҡан шөғөлөнән баш тартмай. Ағас йәнле, уны дөрөҫ аңларға кәрәк, ти ул. Әйткәндәй, уҡ-һаҙаҡты махсус бысҡы ярҙамында ғына тигеҙләп була. Ул үткер бысаҡ һәм башҡа ҡорал һаптарын да үҙ ҡулы менән эшләй. Уҡты формаһына яраштырғандан һуң, уның башҡа ваҡ эштәре ҡала: тимере беркетелә, ҡош ҡанаты ҡуйыла. Оҫта бер нисә йыл эсендә уҡ-һаҙаҡтан тыш, ҡурай эшләү серҙәренә лә өйрәнә. Уның биҙәктәрен, яҙыуҙарын да ул үҙе яҙа. Кәрәкмәгән тимер сымдар, сөйҙәр – барыһы ла ҡурай тышын семәрләй.Марс Мофаззалов пенсионер булыуына ҡарамаҫтан, көнөн бушҡа үткәрмәй.
Боронғо ҡомартҡыларҙы тергеҙеүҙә ҙур өлөшөн индергән кәсепсе йәнә ағастан яңы ҡул эштәрен булдырырға хыяллана.Оҫта эшләгән ҡурай, уҡ-һаҙаҡ тирмәләрҙә лә үҙ урынын тапҡан. Башҡорт йолаһы, ғөрөф-ғәҙәттәрен менән ҡыҙыҡһынған һәр кеше улар менән яҡындан таныша ала.