Бөгөн ҡот осҡос аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдө

Тулыраҡ: Бөгөн ҡот осҡос аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдө

Бөгөн Һамар-Өфө-Силәбе юлының Шишмә районы аша үткән өлөшөндә ҡот осҡос аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Әлегә яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Туймазы ҡалаһында йәшәүсе водитель юл ситенә сығып осҡан. Һөҙөмтәлә ике пассажир һәләк булған. Водитель һәм тағы ла бер пассажир төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға һалынған.