Өфөлә юлдар тәртипкә килтерелә башланы

Тулыраҡ: Өфөлә юлдар тәртипкә килтерелә башланы

Салауат Юлаев проспектында, Өфө-Аэропорт юлында әле күләмле ремонт эштәре бара. Ошо сәбәпле водителдәргә сәғәтләп тығындарҙа торорға тура килә. Өфөлә ҡар менән бергә асфальт та ирене тигән, лаҡап бар. Был, ысынлап та, юҡҡа түгел. Сөнки яҙ етеү менән урамдар водителдәр өсөн автомобилдәрҙе һынау полигонына әйләнә. Тейешле һалымдарын ваҡытында түләп барған водителдәрҙең сыҙамлығы күпмегә етер? Хакимиәттәрҙе лә аңларға кәрәк. Юл һалыу еңел эш түгел. Беҙҙең канал журналистары Сипайлово биҫтәһендә барлыҡҡа килгән ҙур соҡорҙар хаҡында сюжет эшләгәндән һуң, был тирәлә юлдар бер аҙ рәткә һалынған. Тик Өфөнөң ҡалған райондарында юлдар һаман шул көйө. Шуға ла халыҡ ҡала хакимиәтенә көн һайын тиерлек ялыу менән мөрәжәғәт итә. Юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре тәүлек әйләнәһенә бара. Тик соҡорҙар, тәү сиратта, кешеләр әйткән урындарҙа ғына ямала. Соҡорло юлдарҙы юлдарҙы Өфөнөң теләһе ҡайһы урамында осратырға мөмкин. Юлдарҙы быйыл да көҙгә тиклем тәртипкә килтерергә вәғәҙәләйҙәр. Бына шулай, юлдарҙың бер өлөшөн тәртипкә килтергән арала, икенсеһе йөрөмәҫлеккә әйләнә. Водителдәр иһә автосервисҡа тиклем юл боҙолмаһын, тип шаярта.