Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Индонезияның Ява утрауындағы өс сиркәүҙә террор ғәмәлендә 11 кеше һәләк булған, 40 кеше яраланған. Үҙ-үҙен шартлатыусылар араһында 12 һәм 9 йәшлек ике бала ла бар. Теракт өсөн “Ислам дәүләте” террорсылары яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған.
  • Алыҫ Көнсығышта поезд янған урман аша үткән. Был видео локомотив кабинаһынан эшләнгән. Төбәктә 3 мең гектарҙа, ә Рәсәй буйынса 66 мең гектарҙа урмандар яна.
  • Америка инженерҙары кешегә оҡшаш робот эшләгәндәр. Ул югерә, ҡаршылыҡтар аша һикерә, хатта бейеклеккә күтәрелә белә. Яңыраҡ уны сальто эшләргә лә өйрәткәндәр.
  • Рәсәйҙә сикәгә һуғыу спорты буйынса тәүге асыҡ чемпионат үтте. Ҡағиҙәләр буйынса, ике кеше ҡапма-ҡаршы тороп бер-береһен сикәләй. Иҫен юғалтыусы йәки бер-ике тондорғандан һуң ярыштан баш тартыусы еңелеүсе тип табыла. Ярышта ҡатнашыр алдынан һәм кем табип менән кәңәшләшергә тейеш.