Башҡортостандың ММА федерацияһы ойошторған ярыш федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналды. 100-ҙән ашыу спортсыны берләштергән тиҫтәгә яҡын клуб. Рингҡа сығыусыларҙың барыһы ла үҙ клубында иң көслө алышсы. Һәм тап уларҙың араһынан иң-иңдәр республиканың йыйылма командаһына эләгер өсөн көс һынашты. Ярышҡа Өфө, Сибай, Нефтекама, Белорет, Благовещен, Туймазы, Мәләүез ҡалаларынан спортсылар йыйылды. Һәр ҡатнашыусының төп маҡсаты ул еңеү яулап республиканың йыйылма командаһында сығыш яһау.Беренселектә 12-нән 20 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ҡатнашты. Йәш спортсылар оҫталығын баһалаусы ҡунаҡтар ҙа — абруйлы шәхестәр.Турнирҙың төп маҡсаты Башҡортостан йәштәрен сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу менән бер рәттән, комплекслы ҡатнаш алыш төрөн популяштырыу һәм республика спортсыларын Рәсәй кимәлендә үтәсәк ярыштарға сығарыу. Ярыштың дөйөм йомғаҡтары буйынса беренселектә 12-13 йәшлек үҫмерҙәр араһында беренсе урынды Благовещен ҡалаһы спортсылары, 14-15 йәшлектәр араһында ММА академияһы үҫмерҙәре, 18-20 йәшлек спортсылар араһында шулай уҡ ММА академияһы спортсылары яуланы. Был юлы ла йәш спортсылар беҙҙең компания әҙерләгән кубокка лайыҡ булды.