Мәсеттәрҙә изге айҙа намаҙҙар уҡыла, мосолмандар ураҙа тота. Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, рухи һәм физик яҡтан сафланыу, тыйылған сара һәм күренештәрҙән ситтә тороу мөмкинлеген бирә. Рамаҙанда мәсеттәрҙең ишектәре тәүлек әйләнәһенә асыҡ. Мосолмандар Алла йортона тәүәрих намаҙын уҡырға килә, ауыҙ асыу мәжлестәре ойошторола. Изге ай Ураҙа Ғәйете менән тамамлана. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин республика мосолмандарына тәбрик һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен еткерҙе.
Бөгөн ҡояш байыу менән донъя мосолмандары Рамаҙан айына аяҡ баҫа
Тулыраҡ: Бөгөн ҡояш байыу менән донъя мосолмандары Рамаҙан айына аяҡ баҫа