Башҡортостанда ғаилә байрамы аҙна дауамында билдәләнә. Иртәгә “Атай-әсәйҙәргә шылтырат” акцияһы үткәрелһә, 17 майға – психологик кәңәш алыу өсөн “ышаныс телефоны" тәғәйенләнгән. Ә бөгөн — “Бәхетле сәғәт”. Эш биреүселәр ғаиләле хеҙмәткәрҙәрен 1 сәғәткә иртәрәк ҡайтара ала. Халыҡ-ара ғаилә көнө Берләшкән Милләттәр ойошмаһы тарафынан 1994 йылда булдырылды. Рәсәйҙә унан тыш 8 июлдә лә Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнө билдәләнә.