Кушнаренко районы Иҫке Ҡормаш ауылында мәсет асылды. Ниһәйәт, тарихи урында, өс йыл дауамында төҙөлгәндән һуң, Иҫке Ҡормаш ауылында мәсет үҙ ишектәрен аса. Иман йортон төҙөүгә ауыл халҡы тос өлөш индерә. Иҫке Ҡормаш ауылы халҡының был һуңғы йөҙ йылда тәүге тапҡыр бергәләп доға ҡылыуы. Иман ҡайтыу йәше өсөн дә, ҡарты өсөн дә аңлатып бирә алмаҫлыҡ шатлыҡ. Кушнаренко районының имам-мөхтәсибе мәсет буш тормаҫ, тигән ышаныс белдерҙе. Әгәр ауыл халҡы мәсеткә йөрөй, йома намаҙында, дини байрамдарҙа ихлас ҡатнаша икән, был – кешеләрҙең иманға ҡайтыуы билдәһе, ти ул. Мәсет рәсми рәүештә үҙ ишектәрен ошо көндәрҙә генә асһа ла, иман йортона доға ҡылырға, намаҙ уҡырға халыҡ күптән йөрөй. Улар араһында мәктәп уҡыусылары, йәштәр күп. Мәсет ауылды нурлап, әллә ҡайҙан күренеп ултыра. Иҫке Ҡормаштан 800 кеше иманға яҡынайҙы, тиергә мөмкин. Иман йорто асылыуы ауыл халҡы өсөн ысын мәғәнәлә ҙур байрамға әйләнде.
Иман йорто – ауыл ҡото
Тулыраҡ: Иман йорто – ауыл ҡото