Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Алмас Әмиров 50 йәшлек юбилейын билдәләй. 16 майҙа киске сәғәт 7-лә ул ғаиләһе, туғандары, ижадташ дуҫтары менән тамашасыларҙы театр залына юбилей кисәһенә ҡунаҡҡа саҡыра. Алмас Әмиров менән бер кемде лә таныштырыу кәрәкмәйҙер. Эше тип янған, ғаиләһе тип үлгән, яҙмышынан уңған, тотошлай Ер шарындағы хатта, иң бәхетле ир-егеттәрҙең берһелер ул.Әмировтарҙың ғаилә тормошо ла, эше лә бергә үрелеп бара. Шулай ҙа балаларға иғтибар төп урынды биләй. Балалар ҙурайыу менән бер ни ҙә үҙгәрмәгән — нимә генә эшләһәләр ҙә гел бергә. Дәрес эшләү мәлдәрен дә Алмас Әмиров ғаиләһенең матур мәлдәренең береһе, тип ҡабул итә.Бергәләп ял итергә яратҡан ғаилә киләсәк сәйәхәт тураһында йыш һөйләшергә ярата. Тормошҡа оптимистик ҡарашта булыу кәрәк, тип һанай Алмас Әмиров. Әммә шаян йөҙ аҫтында, етди холоҡ икәнен яҡындары ғына белә. Ауыр саҡтарымда ла, Алмас мине йыуатыр, тынысландырыр һүҙ таба белә, ти Гөлнара Ирнес ҡыҙы.
Йырлай ҙа ул, оҫта уйнай ҙа. Бейеп китеү ҙә актерға бер ни тормай. Юбилярҙың, етди, фәлсәфәүи образдары ла бар. Әлифбанан бер себеш моноспектаклендә бер үҙе сәғәт ярым дауамында залдың иғтибарын тота ала. Ҡаһым түрәлә Ҡолтүбә образы үҙе ни тора. Күптәр ярата уны, ә уның йөрәгендә инде нисә йылдар тик күҙ ҡараһы — Гөлнараһы ғына. Мәсем-хан, Ҡотош, Мәүлит, Дәрүиш, Вәлиәхмәт, Сабира, Яппар һәм башҡалар – образдары күп, ә үҙе ул бер бөртөк кенә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының алмаштырғыһыҙ актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич ис. дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Алмас Хәҙис улы Әмиров ғаиләһе, туғандары һәм дуҫтары өсөн дә бер бөртөк һәм алмаштырғыһыҙ.