Ауылға эшкә ҡайтҡан белгестәргә дәүләт ярҙамы

Тулыраҡ: Ауылға эшкә ҡайтҡан белгестәргә дәүләт ярҙамы

Ауылға эшкә ҡайтҡан белгестәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса документтар ҡабул итеү башлана. Уларҙы агросәнәғәт предприятиелары Ауыл хужалығы министрлығына тапшырырға тейеш.

Документтарҙы 2018-се йылдың 17-се майынан 1-се июненә тиклем килтерергә кәрәк. Йәш аграрийҙарға бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләү башланғысы менән Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов сыҡҡайны. Уға ярашлы, юғары уҡыу йортон тамамлап ауылға эшкә ҡайтҡан белгескә 500 мең һум, ә урта һөнәри белем алған белгескә 300 мең һум биреләсәк. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, маҡсатлы ярҙам ауыл ерендә торлаҡ һатып алырға йә йорт төҙөүгә тотонолорға тейеш. Бынан тыш, аҡсаны артабан уҡыу өсөн дә файҙаланырға мөмкин. Быға тиклем юғары уҡыу йортон тамамлап, ауыл хужалығына эшләргә барған белгестәргә 100 мең һум, ә урта һөнәри белем алғандар 60 мең һум алды.