Ағиҙел күперен асыу ваҡыты тағы ла 1 айға кисектерелә

Тулыраҡ: Ағиҙел күперен асыу ваҡыты тағы ла 1 айға кисектерелә

Был турала Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов белдерҙе. Ремонт эштәренең һуҙылыу сәбәптәре март айында уҡ билдәле булған. Сөнки күперҙең өҫкө өлөшөн тотоп тороусы терәүҙәр эшлектән сыҡҡан. Шуға ла тәүҙә уларҙы алыштырырға кәрәк, был иһә, эштәрҙе кәм тигәндә тағы ла 1 айға оҙайта.