Башҡортостан «Туҡта СПИД» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

Тулыраҡ: Башҡортостан «Туҡта СПИД» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

Сара Спидтан вафат булғандарҙы хәтерләү көнө уңайынан быйыл 20-се майҙа уҙғарыла. Уның төп маҡсаты — иммун системаһы дефициты вирусы хаҡында һөйләү, сир хәүефен кәметеү. Акция барышында ВИЧ инфекцияһына бушлай һәм аноним рәүештә анализ тапшырырға мөмкин. Һөҙөмтәләр 15 минуттан һуң әҙер була. Мөрәжәғәт иткән һәр кешегә консультация бирелә. Шулай уҡ ВИЧ-инфекцияһы һәм СПИД, ВИЧ менән зарарланыу хәүефе тураһында белгестәр менән кәңәшләшергә, инфекцияны иҫкәртеү буйынса әҙәбиәт алырға була. Ошондай акция Башҡортостандың башҡа ҡалаларында үткәрелә. Йыл башынан республикала 971 кешенең ВИЧ инфекция менән ауырыуы асыҡланған. Сирлеләрҙең 60 проценты ирҙәр, 39 проценты ҡатын-ҡыҙҙар. СПИД башлыса енси юл аша йоға һәм һирәк осраҡта ҡан аша күсә.