Асҡын районы халҡы бер йылдан ашыу мәҙәни усаҡһыҙ йәшәй

Тулыраҡ: Асҡын районы халҡы бер йылдан ашыу мәҙәни усаҡһыҙ йәшәй

36 йыл элек төҙөлгән район мәҙәниәт йорто таушалған. Унда бер тапҡыр ҙа ремонт эшләнмәгән. Төҙөкләндереү өсөн 85 миллион һумға яҡын аҡса кәрәк. Асҡын районы мәҙәниәт йортоноң “Йәйғор” бейеү ансамбле хәҙер сәхнәлә түгел, ә бейеү залында шөғөлләнергә мәжбүр. Мәҙәниәт йортоноң сәхнәһе лә, тамашасы залы ла авария хәлендә. Былтыр сәхнә һәм тамашасы залын авария хәлендә тип табалар. Бер йыл ваҡыт үткәс йәмәғәтселек мәҙәниәт йортон асыуҙы тиҙләтергә саҡыра. 36 йыл элек төҙөлгән мәҙәниәт йортонда бөгөнгәсә бер тапҡыр ҙа төҙөкләндереү эштәре башҡарылмаған. 1982 йылда төҙөлгән бина авария хәлендә. Түбәнән үтәнән-үтә һыу аға. Стеналар дымланып күк менән ҡапланған. Белгестәр әйтеүенсә, силикат кирбес сиҡ ҡына ла еүешләнһә ул ҡом кеүек ыуаҡланып ҡойолоп төшөүе ихтимал. Бинаның тышҡы яғы ла ҡойола башлаған. Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, сығымдар сметаһы, проект документтары тулыһынса әҙер. Капиталь ремонт эшләү өсөн кәм тигәндә 85 миллион һум аҡса кәрәк. Апрелдә республика башлығы граждандарҙы ҡабул иткәндә Асҡын ауылында йәшәүсе Йәриә Ялалетдинова төбәк башлығына район мәҙәниәт йортона ремонт эшләүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Рөстәм Хәмитов Хөкүмәткә ремонтты башлау өсөн тейешле финанслауҙы тәьмин итергә күрһәтмә бирҙе.1980 йылдар башында төҙөлгән ике ҡатлы бинала бөгөн китапхана, райондың мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге, музей һәм төрлө түңәрәктәр генә эшләй. Шулай уҡ район мәҙәниәт йорто нигеҙендә Социаль ғаилә үҙәге асыу ҡарала. Асҡын районы халҡы оҙаҡламай яңыртылған мәҙәниәт йортон туйлар, тип ышанырға ғына ҡала.